dcsimg

Һоро торна ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Һоро торнаҡаҙҙан ҙурыраҡ, оҙон аяҡлы һәм муйынлы ҙур ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Парлашып йәшәйҙәр. Яҙлы — көҙлө туптарға берегәләр. Муйынын һәм аяҡтарын һуҙып оса. Дөйөм төҫө һоро. Түбәһе, тамағы, муйынының аҫ яғы, аяҡтары ҡара, елкәһе яланғас, ҡыҙыл төҫтә. Күҙҙәре лә ҡыҙыл. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Тауышы яңғырауыҡлы һәм көйлә: «трой — рооҡ». Күсмә ҡош. Һирәк осрай. [1]

 src=
Grus grus

Йәшәү урыны

Батҡаҡлы һаҙлыҡтарҙа, болонда, күл буйҙарында йәшәй. Ерҙә оялай.

Үрсеүе

Көрән һәм һоро таптар менән сыбарланған 2-3 бөртөк һарғылт көрән йәки йәшкелт йомортҡаһы була. Баҡыу ваҡыты 28-31 көн. Аталы — инәле алмашлар баҫалар. Себештәре йомортҡанан сыҡҡанда уҡ бәпкә йөндәре менән ҡапланған була, шуға күрә ояларын ташлайҙар, инәләренә эйәреп йөрөп үҫәләр. 65-70 көндә ысын ҡауырһындары үҫеп етә.

Туҡланыуы

Тәлмәрйендәр, кеҫәрткеләр, йыландар, бөжәктәр, үлән орлоҡтары, иген менән туҡлана.

 src=
Украинаның "Ҡыҙыл китабы"ндағы һоро торна
 src=
Һоро торна осҡан ваҡытта

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Һоро торна: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Һоро торна — ҡаҙҙан ҙурыраҡ, оҙон аяҡлы һәм муйынлы ҙур ҡош.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors