Байғош байҡош, байғош, ябалаҡ, бәүелсәк япалаҡ (домовой сыч) (Athene noctua)
Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Ҡолаҡһыҙ йомро башлы бәләкәй ябалаҡ. Кеше яҡын килһә, кәүҙәһен турайтып, бәүелә башлай, һырты аҡ таплы ҡара-көрән. Кәүҙәһенең аҫ яғы буй-буй көрән һыҙыҡтар менән сыбарланған аҡ төҫтә, һупайҙынан бәләкәйерәк булыуы, ҡарараҡ төҫө менән айырыла.
Нескә генә һыҙғыра: «тйү-тйүү» йәки киҫкен генә тауыш бирә: «ҡыуыйт».
Ташлы, йырғанаҡлы урындарҙа, төрлө иҫке ташландыҡ ҡоролмаларҙа йәшәй. Сысҡандар, бөжәктәр менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә таралған. Өңдәрҙә, таш ярыҡтарында, сарҙаҡтарҙа оялай. 4—5 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Ҡротҡостарҙы ҡырып, файҙа килтерә.
Урал тынламаҡ булған,
Һуңғы ҡат һынамаҡ булған
«Намыҫ тапар ир булһа,
Өмөтө булмаҫ көнөнән;
Ил быуынын һанаған
Көнөн айырмаҫ төнөнән:
Йыртҡыс булған йәндәргә
Ҡара төнө көн булыр,
Күҙе ҡалғыр байғошто
Төндә аулап, шат булыр.
== Архитектурала һәм әҙәбиәттә байғош образы ==
Беҙҙең э.т. V быуаттан бирле Элладаның (Греция) баш ҡалаһы Аҫинаның башняһы символы[1].
Санскрит һүҙлегендәге атамаһы башҡортса "өкө" атамаһына яҡын килә: [2]
Байғош өкө - Ябалаҡтың бер төрө (Р.:домовой сыч).Өкө ябалағы-(Р.:сова)-ябалаҡтар ғаиләһенә ҡараған, буй-буй ҡара таптары булғанерән һоро төҫтәге, өкөнән саҡ ҡына бәләкәйерәк ҡолаҡлы йыртҡыс ҡош; ябалаҡ. 2.Күсм. Ҡыҙғаныс, меҫкен хәлдәге кеше. Мәҡәл.
hari-locana-1. Желтоглазый 2. Сова
Байғош байҡош, байғош, ябалаҡ, бәүелсәк япалаҡ (домовой сыч) (Athene noctua)