dcsimg

Тәңкә ҡанатлылар ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
"Күбәләк" бите бында йүнәтелә.

Тәңкә ҡанатлылар, йәки күбәләктәр, көйәләр (Lepidóptera Linnaeus, 1758 от бор. грек. λεπίς, эйәлек килеш λεπίδος — тәңкә һәм πτερόν — ҡанат) — бөжәктәр отряды, айырылып торған үҙенсәлектәренән — алғы һәм артҡы ҡанаттарында ҡуйы хитин «тәңкәләр»(яҫмаҡ төктәр)) булыуын билдәләргә мѳмкин. Күпселек төрҙәренә һура торған томшоҡтар хас. Ҡанаттарының рәүеше һәм ҙурлығы төрлөсә: 2 мм-ҙан[1] 30 см-ға тиклем[2].

Тулы әүерелеү осоронда ошондай стадиялар: күкәй, ҡарышлауыҡ, ҡурсаҡ һәм имаго. Ҡарышлауыҡ селәүсен һынлыраҡ, ҡорһағында ҡыҫҡа тәпәйҙәр, ҡаты башлы, ауыҙы кимереүгә яраҡлашҡан, ебәк сығара торған парлы биҙе була, уның бүлентеләре һауала ебәккә әүерелә[3].

Тәңкә ҡанатлыларҙың һөлдәләре юр осоронан осрай, хәҙерге заманда бөжәктәр төрҙәре араһында иң киң таралғандар — отрядта 157 000 төрҙән артығыраҡ[4]. Антарктиданан башҡа континенттарҙа осрай.

Энтомология тәңкә ҡанатлыларҙы өйрәнгән фән лепидоптерология тип атала.

Иҫкәрмәләр

  1. Каабак Л. Бабочки-чемпионы // Наука и жизнь : жукрнал. — Москва, 2002. — В. 1. — № 7.
  2. Каабак Л. Бабочки-чемпионы // Наука и жизнь : жукрнал. — Москва, 2002. — В. 1. — № 7.
  3. Герасимов А. М. Гусеницы — 2-е. — Москва, Ленинград: Издательство академии наук, 1952. — Т. 1. — (Фауна СССР).
  4. Van Nieukerken, Erik J., Lauri Kaila, Ian J. Kitching, Niels P. Kristensen et all Order Lepidoptera Linnaeus, 1758. (англ.) // In: Zhang, Z.-Q. (Ed.) Animal biodiversity: An outline of higher-level classification and survey of taxonomic richness. — Zootaxa. — Magnolia Press, 2011. — Т. 3148. — С. 212—221. — ISSN 1175-5326

Һылтанмалар

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Тәңкә ҡанатлылар: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
"Күбәләк" бите бында йүнәтелә.

Тәңкә ҡанатлылар, йәки күбәләктәр, көйәләр (Lepidóptera Linnaeus, 1758 от бор. грек. λεπίς, эйәлек килеш λεπίδος — тәңкә һәм πτερόν — ҡанат) — бөжәктәр отряды, айырылып торған үҙенсәлектәренән — алғы һәм артҡы ҡанаттарында ҡуйы хитин «тәңкәләр»(яҫмаҡ төктәр)) булыуын билдәләргә мѳмкин. Күпселек төрҙәренә һура торған томшоҡтар хас. Ҡанаттарының рәүеше һәм ҙурлығы төрлөсә: 2 мм-ҙан 30 см-ға тиклем.

Тулы әүерелеү осоронда ошондай стадиялар: күкәй, ҡарышлауыҡ, ҡурсаҡ һәм имаго. Ҡарышлауыҡ селәүсен һынлыраҡ, ҡорһағында ҡыҫҡа тәпәйҙәр, ҡаты башлы, ауыҙы кимереүгә яраҡлашҡан, ебәк сығара торған парлы биҙе була, уның бүлентеләре һауала ебәккә әүерелә.

Тәңкә ҡанатлыларҙың һөлдәләре юр осоронан осрай, хәҙерге заманда бөжәктәр төрҙәре араһында иң киң таралғандар — отрядта 157 000 төрҙән артығыраҡ. Антарктиданан башҡа континенттарҙа осрай.

Энтомология тәңкә ҡанатлыларҙы өйрәнгән фән лепидоптерология тип атала.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors