dcsimg

Һыу бөрсәһе ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Дафниялар, һыу бөрсәләре (лат. Daphnia) — тармаҡ мыйыҡлы ҡыҫала һымаҡтар ырыуы; промысла балыҡтарының төп аҙығы булған һыу бөрсәләре [1] . 26 төрө билдәле.

Ҡылыҡһырлама

0,5-6 мм оҙонлоҡта (аталары инәлеренән вағыраҡ); яндарын ҡаплаған үтә күренмәле ҡабырсаҡ алғы яҡта томшоҡ һымаҡ ороға күсә, өҫкә тырпайып, ишеү органы ролен уйнаусы бер пар тармаҡлы мыйыҡсаһы бар. Башында кескенә мыйыҡсалар пары (ҡыҫҡа мыйыҡсалар) һәм өҙлөкһөҙ хәрәкәтсел ҡатлаулы ҙур күҙ урынлашҡан. Арҡа яғында, тән һәм ҡабырсаҡ араһында, йомортҡа етлегә торған оя камераһы бар. Дафнияләр айырым енесле. Инә заттар йәйге осорҙа партеногенез ысулы менән (аталаныуҙан башҡа) үрсейҙәр һәм бер нисә быуын бирәләр. Ата заттар, ғәҙәтттә, уңай булмаған шарттар башланғас йәки көҙөн күренәләр. Аталаныуҙан һуң инә дафнияләр ҡалын тышса менән ҡапланған 1-2 йомортҡа һала. Яҙын уларҙан инә дафниялар етлегә.

Туҡланыуы

Дафниялар бактериялар, бер күҙәнәкле һыу үҫемдәре, иң түбән төҙөлөшлөләр һәм үҫемлек детриты киҫәксәләре менән туҡланалар. Балыҡтар өсөн яҡшы аҙык; аквариумсылар тарафыннан үрсетелә.

Дафниялар magna биотест үткәреүҙә ҡулланыла.

Сығанаҡ

Иҫкәрмәләр

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Һыу бөрсәһе: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Дафниялар, һыу бөрсәләре (лат. Daphnia) — тармаҡ мыйыҡлы ҡыҫала һымаҡтар ырыуы; промысла балыҡтарының төп аҙығы булған һыу бөрсәләре . 26 төрө билдәле.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors