dcsimg

Деүет ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Деүет, дәүәт, тәүәт, юл турғайы(урыҫ.полевой конек)

Ҡылыҡһырлама

Турғай ҙурлығында. Ерҙән йүгереп йөрөүсе төҙөк кәүҙәле бәләкәй генә ҡош; һырты уҡ башағы һымаҡ ҡара таптар менән сыбарланған, ҡа¬наттары нәҙек арҡыры һыҙыҡлы ҡара-көрән. Кәүҙәһенең аҫҡы яғы аҡһыл һоро, түшендә ваҡ ҡына һорғолт көрән таптар бар. Ҡойроғоноң ике яҡ ситенән нәҙек аҡ һыҙыҡ¬тар үтә. Урман деүетенән кәүҙәһенең аҫ яғы тигеҙ һор¬ғолт аҡ булыуы менән айырыла.

Тауышы

Тауышы яңғырауыҡлы: «деүет» йәки «тиүр», һайрауы һыҙғырыу ҡатыш: «тирлүй-тиүр-тирлүй-тиүр-тйүүй».

Йәшәү рәүеше

Иген баҫыуҙарының ситендә йә¬шәй. Ваҡ бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Күс¬мә ҡош. Киң таралған. Ерҙә оялай. Ҡара-көрән һәм ерән¬һыу таптар менән сыбарланған 4—6 аҡ йомортҡаһы була.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Деүет: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Деүет, дәүәт, тәүәт, юл турғайы(урыҫ.полевой конек)

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors