Эукарио́ттар (арх. эвкарио́ттар; лат. Eukaryota «яҡшы» + «ядро»), йәки я́дролылар — күҙәнәктәрендә ядролары булған тере организмдарҙың домены (өҫбатшалыҡ). Бактерияларҙан һәм архейҙарҙан башҡалары барыһы ла эукариоттар.
Хайуандар, үҫемлектәр, бәшмәктәр, шулай уҡ, протистар тигән төркөмдәгеләр — барыһы ла эукариот организмдар. Улар бер күҙәнәклеләр һәм күп күҙәнәклеләр булырға мөмкиндәр.
Әммә бөтәһенең дә төҙөлөш планы оҡшаш. Бөтәһенең дә цитоплазма эсендә мембраналар системаһы ныҡ үҫешкән. Нәҫел материалы цитоплазманан ике ҡатлы мембрана менән айырылған.
Бынан тыш мембраналы төҙөлөшлө органоидтар системаһы барлыҡҡа килгән:
Айырмалары ҙур булыуға ҡарамаҫтан, ядролылар юғары рангҡа ҡараған монофилетик таксон тип һанала.
Киң таралған фараздарҙың береһе булып, эукариоттар 1,6—2,1 млрд йыл элек барлыҡҡа килгән тигән фекер һанала.
Эукарио́ттар (арх. эвкарио́ттар; лат. Eukaryota «яҡшы» + «ядро»), йәки я́дролылар — күҙәнәктәрендә ядролары булған тере организмдарҙың домены (өҫбатшалыҡ). Бактерияларҙан һәм архейҙарҙан башҡалары барыһы ла эукариоттар.
Эске мембрана системаһы һәм уның компоненттарыХайуандар, үҫемлектәр, бәшмәктәр, шулай уҡ, протистар тигән төркөмдәгеләр — барыһы ла эукариот организмдар. Улар бер күҙәнәклеләр һәм күп күҙәнәклеләр булырға мөмкиндәр.
Әммә бөтәһенең дә төҙөлөш планы оҡшаш. Бөтәһенең дә цитоплазма эсендә мембраналар системаһы ныҡ үҫешкән. Нәҫел материалы цитоплазманан ике ҡатлы мембрана менән айырылған.
Бынан тыш мембраналы төҙөлөшлө органоидтар системаһы барлыҡҡа килгән:
ике ҡат мембраналылар: митохондриялар, пластидтар бер мембраналылар:лизосомалар, Гольджи аппараты, эндоплазмаретикулумы (ЭПС).Айырмалары ҙур булыуға ҡарамаҫтан, ядролылар юғары рангҡа ҡараған монофилетик таксон тип һанала.