dcsimg

Ҡорос ағас ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ҡорос ағас (лат. Fraxinus,рус. ясень), зәйтүн һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты, ҡаты ағас.

Тасуирлама

Етмештән ашыу төрө билдәле. Төньяҡ ярымшарҙың уртаса климатлы бүлкәтендә, бер аҙ субтропиктарҙа һәм тропиктарҙа таралған. Башҡортостанда ланцет кеүек (осло япраҡлы) йәки ялбыр ҡорос ағас үҫә; белгестәр беренсеһен йәшел ҡорос ағас, һикенсеһен пенсильвания ҡорос ағасы тип атайҙар. Ике өйлө, япраҡ ҡойоусы ағас, 150— 350 йылға тиклем үҫә. Сатыры киң йомортҡа рәүешле. Япрағы ҡапма‑ҡаршы, эре, һабаҡта ултыра; япраҡсаһы ланцеттан алып киң эллипсҡа оҡшаш формала, башы осло, ситтәре бөтөн

Сәскәләре ҡараһыу-көрән йәки шәмәхә, эргәлеге юҡ, еҫһеҙ, япраҡһыҙ сыбыҡтарҙа төйөнсәле һепертке рәүешле булып йыйылған. Ата сәскә — ҡыҫҡа шәлкемдәрҙә, инә сәскә оҙон кәүшәк һалынҡы һеперткеләрҙә урынлашҡан. Улар бер үк ағаста урынлашҡан була. Май айында сәскә ата.

Емеше — ҡанатлы орлоҡса, август—сентябрҙә өлгөрә. Декоратив үҫемлек, урамдарҙы йәшелләндереүҙә һәм урман һыҙаттарын булдырыуҙа ҡулланыла.

Ланцет ҡорос ағас составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында файҙаланыла.[7]

Ҡулланылышы

 src=
Ҡорос ағастың үҙағасы

Ҡорос ағас үҙенең ныҡлығы һәм һығылмалылығы арҡаһында хәрби һәм һунар ҡоралы эшләү өсөн ҡулланылған. Унан ныҡ һәм һығылмалы күҫәк, суҡмар, һуҡҡы, айыу һөңгөһө, уҡ, һөңгө һаптары эшләгәндәр.

Ҡорос ағастан эшләнгән семәрле һауыт-һабаға ла ихтыяж ҙур булған. Ағасты карап төҙөүҙә лә ҡулланғандар. текстураһы матур булыу арҡаһында мебель етештереүҙә киң файҙаланылған - уны ҡиммәтле сеймал - эбен һәм ҡыҙыл ағасҡа ла тиңләгәндәр.XIX быуатта ҡорос ағас карета һәм сана эшләүҙә ҡулланыла. Саңғы, көйәнтә, ишкәк һәм тәгәрмәс туғынына иң яҡшы сеймал һаналған.

Хәҙер ҡорос ағасты гимнастика ҡорамалдары, спорт ишкәктәре, юғары сифатлы саңғы, [[бильярд һәм бейсбол таяҡтары эшләүҙә файҙаланалар.

Ағас олонондағы ороларҙан (кап) сифатлы төрлө нәмәләр эшләйҙәр.

Ҡорос ағасы фанераһын мебель, музыка ҡоралдары эшләүҙә, вагон автомобилдәр эсен биҙәүҙә ҡулланалар..

Ағас декоратив, һаҡлаусы һыҙаттар һәм мелиорация маҡсаттарында үҫтерелә. Ағастың махсус декоратив төрҙәре бар, улар баҡса-парк ансамбле компоненты сифатында киң ҡулланыла. Ҡорос ағас тупраҡҡа талымһыҙ, саң, ҡором, зарарлы газдар менән һауа бысранған урында ла — ҡала баҡсаларында, парктарҙа, тимер юлы буйҙарында ла - үҫә алыуы менән ҡиммәтле.

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 Линней К. Genera plantarum eorumque characteres naturales, secundum numerum figuram, situm, & proportionem omnium fructificationis partium — 5 — Стокгольм: 1754. — С. 477. — doi:10.5962/BHL.TITLE.746
  2. Линней К. Species Plantarum: Exhibentes plantas rite cognitas ad genera relatas — 1753. — Т. 2. — С. 1057.
  3. база данных растений Министерства сельского хозяйства США
  4. Nederlands Soortenregister
  5. Таксономия растений GRIN
  6. 6,0 6,1 Library of Congress Library of Congress Name Authority File
  7. Ҡорос ағас. [1]

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

  • Ҡорос ағас GRIN сайтында мәғлүмәт (инг.) (Тикшерелгән 27 ғинуар 2011)
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Ҡорос ағас: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ҡорос ағас (лат. Fraxinus,рус. ясень), зәйтүн һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты, ҡаты ағас.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors