dcsimg

Йөклө күбәләк ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Йөклө күбәләк[1], йәки сыбар йөклө күбәләк[2] (лат. Libelloides macaronius) — көндөҙгө күбәләктәр ғаиләһе селтәр ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәк. Урта диңгеҙ реликты.

Таралышы

Кавказ, Көнбайыш Себер, Урта Азия, Ҡаҙағстан, Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында таралған. Башҡортостан Республикаһы‑ҙа урман‑дала һәм дала райондарында осрай.

Ҡылыҡһырлама

Кәүҙә оҙонлоғо 20 мм тиклем, ҡараңғы төҫтәге йөндәр м‑н ҡапланған. Ҡанаттары ярылы, алғылары — төбөндә һары төҫтә, өҫкө өлөшөндә үтә күренеүсән, йыуылған ҡараңғы төҫтәге таптар м-н; артҡылары — һары төҫтә, төбөндә һәм осонда ҡараңғы биҙәк менән. Күҙҙәре бураҙна ярҙамында ике өлөшкә бүленгән. Мыйыҡтары оҙон, осонда суҡмар рәүешендәге бер аҙ киңәйгән. Енси диморфизм сағылмаған.

Үрсеүе

Йомортҡаларын үлән һабаҡтарына һала. Ҡарышлауыҡтары таштар йәки ҡойолған япраҡтар аҫтында йәшәй, ҡомло тупраҡта йомро ебәк ҡуҙыларҙа ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтың үҫеше 3 аҙна тирәһе бара. Өлкән бөжәктең осоуы июнь аҙағынан июлгә тиклем.

Туҡланыуы

Бөжәк һәм уның ҡарышлауыҡтары — йыртҡыс, ваҡ бөжәктәр һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары менән туҡланалар.

Иҫәбе

Рәсәйҙә бик һирәк осрай. Ҡаҙағстанда даими. Ҡырым ярым утрауында дала өлөшөндә йыш осрай.

Һаҡлау

Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Иҫкәрмәләр

  1. Красная книга СССР: Редкие и находящиеся под угрозой исчезновения виды животных и растений. Том 1 / Главная ред. коллегия: А. М. Бородин, А. Г. Банников, В. Е. Соколов и др. — 2-е изд. — М.: Лесная промышленность, 1984. — С. 278. — 392 с.
  2. Стриганова Б. Р., Захаров А. А. Пятиязычный словарь названий животных: Насекомые (латинский-русский-английский-немецкий-французский) / Под ред. д-ра биол. наук, проф. Б. Р. Стригановой — М.: РУССО, 2000. — Б. 189. — 1060 экз. — ISBN 5-88721-162-8.
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Йөклө күбәләк: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Йөклө күбәләк, йәки сыбар йөклө күбәләк (лат. Libelloides macaronius) — көндөҙгө күбәләктәр ғаиләһе селтәр ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәк. Урта диңгеҙ реликты.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors