dcsimg

Amphipoda ( Scots )

provided by wikipedia emerging languages

Amphipoda is an order o malacostracan crustaceans wi no carapace an generally wi laterally compressed bodies.

References

  1. 1.0 1.1 Lowry J, ed. (2014). "Amphipoda". World Amphipoda database. World Register of Marine Species. Retrieved 2014-05-23.
  2. "Amphipoda". Integrated Taxonomic Information System.
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Amphipoda: Brief Summary ( Scots )

provided by wikipedia emerging languages

Amphipoda is an order o malacostracan crustaceans wi no carapace an generally wi laterally compressed bodies.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Амфиподдор ( Kirghiz; Kyrgyz )

provided by wikipedia emerging languages

Амфиподдор (лат. Amphipodae) — рак сымалдуулар классындагы жандыктардын бир тукуму.

Колдонулган адабияттар

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia жазуучу жана редактор

Ҡырын йөҙөүселәр ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ҡырын йөҙөүселәр (лат. Amphipoda, (рус. Бокоплавы, амфиподы, разноногие раки) — юғары ҡыҫалалар отрядында тигеҙ булмаған аяҡлы ҡыҫала һымаҡтар (Amphipoda), ҡыҫала һымаҡтар отряды; ер йөҙөнөң бөтә өлөштәрендә осрай торған ваҡ ҡыҫала һымаҡтар[1].

Ҡылыҡһырлама

 src=
(Gammaridea)

Кәүҙәһе 15—18 мм оҙонлоҡта, ян-яҡтан ҡыҫылған, дуға һымаҡ бөгөлгән: баштан, күкрәктән (6 йәки 7 сегмент) һәм ҡорһаҡтан (6 сегмент) тора. Күкрәк аяҡтары (уларҙың төбөндә өҫтәлмә айғолаҡ үҫентеләре бар) хәрәкәт итеү һәм тын алыу, ҡорһаҡтағы тәүге өс пар аяҡ — йөҙөү, ҡалған өс пары һикереү өсөн хеҙмәт итә. Енси диморфизм хас: ата заттар кәүҙәләренең ҙурыраҡ, мыйыҡтарының оҙонораҡ булыуы һәм күкрәк аяҡтарының тәүге ике парының формаһы менән айырыла.

Үрсеүе

Йомортҡалар инә ҡыҫалаларҙың күкрәк аяҡтары пластинкалары хасил иткән етлегеү камераларына һалына. Йомортҡаларҙан оло заттарҙан әлә ни айырылмаған йәш ҡыҫалалар сыға; күл ҡырын йөҙөүселәрe йылына 2 быуын бирә. Туҡланыуы Күпселеге бөтә нәмә менән дә туҡлана, йыртҡыстар бар.

Йәшәйеше

Dikerogammarus haemobaphes һәм Corophium curvispinum һыу ағымдарында, ҡырын йөҙөүсе бөрсә ш. уҡ мәмерйә һыуҙарында һәм инештәрендә тереклек итә, күл ҡырын йөҙөүсеһе Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостандың Урал аръяғы һыу ятҡылыҡтарында осрай. Балыҡ, һыу ҡоштары өсөн аҙыҡ, өйрәк гельминтоздарын (полиморфоз, стрептокароз, тетрамероз) тыуҙырғыстарҙың аралыҡ хужаһы.

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)

Һылтанмалар

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Ҡырын йөҙөүселәр: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ҡырын йөҙөүселәр (лат. Amphipoda, (рус. Бокоплавы, амфиподы, разноногие раки) — юғары ҡыҫалалар отрядында тигеҙ булмаған аяҡлы ҡыҫала һымаҡтар (Amphipoda), ҡыҫала һымаҡтар отряды; ер йөҙөнөң бөтә өлөштәрендә осрай торған ваҡ ҡыҫала һымаҡтар.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors