dcsimg

Ҡамсат сәскә ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ҡамсат сәскә — дельфиниум (Delphinium), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Таралышы

Яҡынса 300 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә һәм Африканың тропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ тамыр һабаҡлы үлән. Бейек ҡамсат сәскә ҡатнаш һәм һыубаҫар урманда үҫә, бөтә респ. таралған; альп ҡамсат сәскәһе — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң ҡалҡыу өлөшөнөң урман һәм яланғас бүлкәттәрендә, селтәр ҡамсат сәскә, шына ҡамсат сәскә — болонло дала, урман дала, һирәгерәк дала һәм урман зоналарында ҡыуаҡлыҡта, зәңгәр уймаҡ сәскә — Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура һәм Йылайыр райондары болонло далаларында үҫә. Ҡамсат сәскә — декоратив, буяу, ағыулы үҫемлек. Селтәр ҡамсат сәскә һәм бейек ҡамсат сәскә — дарыу үҫемлектәре. Ҡамсат сәскә баҡса формалары киң үҫтерелә. Зәңгәр уймаҡ сәскә — эндемик, Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ботаник яҙма

Һабағы төҙ, ябай, тигеҙ япраҡланған, бейеклеге 50—200 см. Япрағы бармаҡ һымаҡ теленмә, һаплы, сиратлы. Сәскәһе дөрөҫ төҙөлөшлө түгел, төҫө зәңгәрҙән алып шәмәхәгә тиклем. Сәскәлеге суҡ йәки һепертке һымаҡ. Июнь—августа сәскә ата. Емеше күп япраҡлы, августа—сентябрҙә өлгөрә.

Иҫкәрмәләр

Ҡамсат сәскә // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Әҙәбиәт

  • Агапова Н. Д. Семейство лютиковые (Ranunculaceae) // Жизнь растений. В 6-ти т. Т. 5. Ч. 1. Цветковые растения / Под ред. А. Л. Тахтаджяна. — М.: Просвещение, 1980. — С. 210—216.
  • Wang Wencai (王文采), Michael J. Warnock 12.Consolida // Флора Китая = Flora of China — 2001 Т. 6. — Б. 274. (инг.)
  • Ветвичка В., Тоушева Д. Растения полей и лесов. — Издательсьво «Артия», Прага, 1987. — С. 82.
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Ҡамсат сәскә: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ҡамсат сәскә — дельфиниум (Delphinium), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors