dcsimg

Аскарида ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Аскарида (лат. Ascarididae, рус. Аскариды ) — кеше, хайуан эсенә эйәләшеүсән паразит йомро селәү[1];ашҡаҙан-эсәк трактын зарарлай, аскаридоз ауырыуына килтерә, оҙонлоғо 40 см-ға тиклем етергә мөмкин.

Енси яҡтан өлгөргән хәлдә кеше һәм умыртҡалы хайуандар эсәклегендә паразит булып йәшәйҙәр. Киң таралғандар. Ascaris типик ырыуы 18 төрҙө берләштерә. Аскаридалар кәүҙәһе орсоҡ һымаҡ, ҡойроғо тарайған формала. Ата аскарида инә аскаридадан кесәрәк, ҡойроҡ остары ҡорһаҡ яғына бөгөлгән. Ғәҙәттәгеләре: кеше аскаридаһы (А. lumbricoides), сусҡа аскаридаһы (А. suum), ат аскаридаһы (Parascaris equorum). Инә аскариданың оҙонлоғо - 25-40, атаһыныһы - 12-25 см. Тәүлек дауамында инә аскарида 200 -ҙән алып 245 меңгә ҡәҙәр күкәй һала. Личинкалар үҫеше тышҡы мөхиттә бара. Тәбиғәттә күкәйҙәр 7 йыл дауамында һаҡланырға мөмкин. Күкәйҙәр аҙыҡ йәки һыу менән эсәктәргә эләгә һәм унда уларҙың үҫеше башлана. Күкәйҙән сыҡҡан личинкалар ҡан юлына, ҡатлаулы юлдар аша үпкәгә үтеп керәләр. Һуңынан личинкалар йотҡолоҡҡа һәм тағы эсәклеккә эләгәләр, унда енси яҡтан өлгөрәләр. 2−2,5 айҙан һуң инә аскаридалар күкәй һала башлайлар. Кеше организмында аскаридуларҙың ғүмере 11-13 айҙан артмый. Аскаридалар ҡаты ауырыуҙар - аскридозалар китереп сығаралар.

Иҫкәрмәләр

  1. Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В.З.Гумеров, 1981)

Сығанаҡ

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Павловский Е.Н. Руководство по паразитологии человека. М.-Л., 1946. Т. 1.
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Аскарида: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Аскарида (лат. Ascarididae, рус. Аскариды ) — кеше, хайуан эсенә эйәләшеүсән паразит йомро селәү;ашҡаҙан-эсәк трактын зарарлай, аскаридоз ауырыуына килтерә, оҙонлоғо 40 см-ға тиклем етергә мөмкин.