dcsimg

Бүҙәнә ҡарсығаһы ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
 src=
Accipiter nisus

Бүҙәнә ҡарсығаһы(урыҫ. Ястреб-перепелятник, йәки малый ястреб, лат. Accipiter nisus) — күгәрсен ҙурлығындағы йыртҡыс ҡош. Диалекттарҙа әйтелештәре: ҡарсыға, ҡарсаға, ваҡ ҡарсыға.

Ҡылыҡһырлама

Ҙурлығы күгәрсендәй. Ҡыҫҡа ҡанатлы, оҙон ҡойроҡло ваҡ ҡарсыға. Түбәһе елкәһенә тиклем, арҡаһы, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара һоро төҫтә. Түше, ҡорһағы ҡойроҡ аҫты көрән арҡыры һыҙатлы һарғылт көрән. Тамағы, яурындары, ҡаштары аҡ. Аяҡтары һары. Ҡор ҡарсығаһынан бәләкәй; ваҡ ҡарсығанан кәүҙәһенең аҫ яғы көрән һыҙыҡлы булыуы менән айырыла.

Тауышы

Тауышы яңғырауыҡлы: «кик-кик-кик» йәки «кийү- кийү- кийү»

Йәшәүе үрсеүе

Урманда йәшәй. Ваө хайуандар һәм ҡоштар менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. көҙ һәм ҡыш бер урындан икенсе урынға күсеп йәшәй. Яҙғыһын ояһына ҡайта. Киң таралған. Ояһы ағаста була. Көрән таплы 3-6 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Ауға йөрөү өсөн башҡорттар ҡулға эйәләштергәндәр.

 src=
Бүҙәнә ҡарсығаһы ҡалала, биш ҡатлы йорт янында
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Бүҙәнә ҡарсығаһы: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
 src= Accipiter nisus