Ҡара күбәләк [1][2] (лат. Nymphalis antiopa) — күбәләктәр отрядының күп төҫлө күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк.
Төньяҡ ярымшарҙың уртаса киңлектәрендә таралған.
Ҡанатының ҡоласы 70—90 мм, ата күбәләктеке ҡарағусҡыл көрән, инә күбәләктеке асыҡ көрән төҫтә, киң асыҡ һары (ҡышлаған күбәләктәрҙә — аҡ) ҡаймалы, күк һәм ике эре һарғылт аҡ төҫтәге таплы. Йомортҡалары ҡыҙғылт һары, һуңыраҡ ҡыҙғылт көрән төҫтә, мал аҙығы үҫемлектәренең ботаҡтарына һала. Ҡарышлауыҡтары ҡара төҫтә, арҡаһында ваҡ һары төрткөләр һәм ҡыҙыл таптар бар, тармаҡлы энә һымаҡ үҫентеләр менән ҡапланған.
Үҫемлектәрҙә(йәки улар янында), ҡаяларҙа һәм ҡаралтыларҙа ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтары 3 см тиклем оҙонлоҡта, һорғолт йәки ҡыҙғылт һары төҫтә, башында һәм ҡорһағында оҙон һәм осло теш һымаҡ үҫентеләр бар. Башҡортостан Республикаһы шарттарында 1 йыл эсендә 1 быуын үҫә. Күбәләктәр ҡышлай, иртә яҙҙан йәй башына тиклем оса. Имагоның яңы быуынының осоуы июль—сентябрҙә күҙәтелә.
Көндөҙ әүҙем. Оло бөжәктәр — сәскәле үҫемлектәрҙең нектары һәм ағас олондарынан ағып сыҡҡан һут, ҡарышлауыҡтар ҡайын, тал һ.б. япраҡтары менән туҡлана.
Аҡланда, болонда, урман ситендә, йылға ярында, юл ситендә һ.б. тереклек итә. Ҡара күбәләктәр — сәскәле үҫемлектәрҙе һеркәләндереүсе, урман культуралары ҡоротҡосо.
Ҡара күбәләк // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Ҡара күбәләк (лат. Nymphalis antiopa) — күбәләктәр отрядының күп төҫлө күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк.
Төньяҡ ярымшарҙың уртаса киңлектәрендә таралған.