Һығыҙаҡ һамаҡтар (лат. Vespoidea, (рус. Осообразные ) — яры ҡанатлылар отрядындағы бөжәк. 10 ғаилә 25000 төрҙө берләштерә, шул иҫәптән бал ҡорттары, ҡырмыҫҡалар, иңкештәр, һағыҙаҡтар һ.б.
Тыныс хәлдә ҡанаттары урталай йыйылып, бүленгән ике буй рәүешендә кәүҙә өҫтөндә ята. Һағаҙаҡтар (Vespidae) һәм эвмен һағаҙаҡтаре (Eumenidae) ҡағыҙға оҡшаш материалдан (үҙағас епһелдәрен үҙенсәлекле ферменттар менән эшкәртеү нәтижәһендә) яһалған ояларҙа йәшәй. Оялары ике төрлө: асыҡ һәм күҙәнәктәре (кәрәҙҙәр) балауыҙга оҡшаш материалдан яһалған пластинкаларҙа урынлаша (Polistes ырыуы һағаҙаҡтарында) йәки аҫта сығыу тишеге булған шар һымаҡ формала (мәсәлән, ҙур һағаҙаҡтарҙа) була. Ҡайһы бер төрҙәре - клептопаразиттар, ирекле йәшәүсе төрҙәрҙең ояларында етлегә. Политрофлар личинкаларын ваҡланған хайуан йәки үҫемлек аҙығы менән туйындыралар. Эвмен һағаҙаҡтаре яңғыҙ йәшәйҙәр, ояларын төрлө ҡыуышлыҡтарҙа төҙөйҙәр йәки күҙәнәкле асыҡ балсыҡ оялар яһайҙар. Личинкаларга аҙыҡты параличланган бөжәктәрҙән, йыш ҡына уларҙың личинкаларыннан (ҡуңыҙҙар, киҫмәндәр, һирәк кенә үрмәкселәр) әҙерләй. Европа һағыҙағы йәки ябай ҙур шөпшә (Vespa crabo) -эшсе умарталарҙы юҡҡа сығарып, умартасылыҡҡа зарар килтерергә мөмкин; урта шөпшә (Dolichovespula media) һәм ябай шөпшә (Paravespula vulgaris) - уларҙың гомумбилгеле киң таралған төрө.