dcsimg

Нутрия ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Нутрия[1] йәки һаҙ ҡондоҙо[1][2] (лат. Myocastor coypus) — кимереүселәр отрядының нутрия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе.

Таралышы

Көньяҡ Америка тропик бүлкәттәренең субтропик һәм көньяҡ өлөшөнөң урман зонаһында таралған; Төньяҡ Америкала, Европала, Урта Азияла, Кавказ аръяғында һәм Төньяҡ Кавказда яраҡлашҡан.

Ҡылыҡһырлама

Кәүҙә оҙонлоғо 60 см тиклем, ауырлығы 12 кг етә. Йөн япмаһы ҡаты ҡылдан һәм ҡыҫҡа ҡуйы аҫҡы йөндән тора; һорғолт көрән, ян– яғы асығыраҡ төҫтә. Башы ҙур, күҙе һәм ҡолағы бәләкәй. Танау тишегендә һыуға сумғанда тартылған япҡыс мускулдары бар. Аяғы ҡыҫҡа, алғыһы 4 бармаҡлы, артҡыһы 5 бармаҡлы, оҙонораҡ һәм ҙурыраҡ; артҡы аяғының бармаҡтары, тышҡыһынан башҡа, йөҙөү ярылары м-н тоташтырылған. Ҡойроғо 45 см тиклем, йомро, тәңкәле тире менән ҡапланған.

Үрсеүе

Моногам. Енси яҡтан 3–8 айҙа өлгөрә, йылына 2 тапҡыр 2–8 бала тыуҙыра. 8—10 йыл йәшәй.

Йәшәйеше

Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ярым һыу йәшәү рәүеше алып бара, күл, һаҙлыҡ һәм яй ағымлы йылға ярҙарын төйәк итә. Текә ярҙа өң ҡаҙа йәки түңгәктәрҙә, екән һәм ҡамыш үҫентеләрендә асыҡ оя яһай.

Туҡланыуы

Һыу үҫемлектәре менән туҡлана.

Халыҡ хужалығында ҡулланылышы

Башҡортостанда — ҡиммәтле тиреле йәнлекселек объекты, аҫрау системаһы — ситлектә. Ите ашарға яраҡлы.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Брандт Э. К. Болотный бобр // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Верещагин Н. К. Болотный бобр (нутрия), его разведение и промысел в водоемах Закавказья — Баку: изд-во АН Азербайджанской ССР, 1950. — 145 б.
  • Sandro Bertolino, Aurelio Perrone, and Laura Gola "Effectiveness of coypu control in small Italian wetland areas" Wildlife Society Bulletin Volume 33, Issue 2 (June 2005) pp. 714–72.
  • Carter, Jacoby and Billy P. Leonard: "A Review of the Literature on the Worldwide Distribution, Spread of, and Efforts to Eradicate the Coypu (Myocastor coypus)" Wildlife Society Bulletin, Vol. 30, No. 1 (Spring, 2002), pp. 162–175.
  • Carter, J., A.L. Foote, and L.A. Johnson-Randall. 1999. Modeling the effects of nutria (Myocastor coypus) on wetland loss. Wetlands 19(1):209-219
  • Lauren E. Nolfo-Clements: Seasonal variations in habitat availability, habitat selection, and movement patterns of Myocastor coypus on a subtropical freshwater floating marsh. (Dissertation) Tulane University. New Orleans. 2006. ISBN 0-542-60916-9
  • Sheffels, Trevor and Mark Systma. "Report on Nutria Management and Research in the Pacific Northwest" Center for Lakes and Reservoir Environmental Sciences and Resources, Portland State University. December 2007. Available on-line: [1]
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Нутрия: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Нутрия йәки һаҙ ҡондоҙо (лат. Myocastor coypus) — кимереүселәр отрядының нутрия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors