Гори́ллалар (лат. Gorilla) — приматтар вәкилдерен берлештергән маймылдар ырыуы.
Гориллалар — кеше һымаҡ маймылдар араһында иң эреһе. Алғы ослоҡтары ныҡ оҙон, артҡы ослоҡтары ҡыҫҡа була. Был маймылдар ҙур ауыр кәүҙәле, киң яурында һәм тәне ҡыҫҡа ҡуйы ҡара йөн менән ҡапланған. Гориллалар ергә эйелеп алғы ослоҡтары бармаҡтары һыртына таянып йөрөйҙәр. Күпселек ваҡытын ерҙә үткәрәләр. Екваториаль Африкала йәшәйҙәр. Һутлы емештәр, сәтләүек, тамыр менән туклана.