Ярым ҡаты ҡанатлылар (Hemiptera) — бөжәктәр отряды. 50 ғаиләһе, 30 меңдән ашыу төрө билдәле.
Кәүҙәһе яҫы, 1—50 мм оҙонлоҡта. Төрлө сағыу төҫтә. Башында 2 ҡатмарлы күҙ урынлашҡан. Ауыҙ аппараты сәнсеп-һурған томшоҡ рәүешендә. Мыйығы ғәҙәттә 4 йәки 5 өлөштән тора, ҡара төҫтә, еп йәки суҡмар рәүешендә. Ҡанаты 2 пар. Күп Ҡ. өҫкө ҡанатының төп өлөшө ҡаты, ос өлөшө йомшаҡ, тамырсыҡлы; ҡайһы берҙәренең бөтә өлөштәре лә бер төрлө йәки өҫкө ҡанаты бөтөнләй юҡ.[1]. Отряд насчитывает более 100 000 видов[2] Еҫле биҙҙәре күкрәгенең аҫҡы яғында, балағорттарҙың — ҡорһағында урынлашҡан. Үҫеше тулы булмаған әүерелешле. Айырым енесле, йомортҡа һала; үрсемлелеге түбән. Балағорто, 4—5 тапҡыр ҡау һалып, бер нисә аҙнанан алып 2 йылға тиклем үҫешә; оло бөжәктән тәненең пропорцияһы һәм ҡанатының булмауы менән айырыла.[3]Ҡандалалар йылына 2—3 быуын бирә. Оло бөжәктәр ҡышлай. Көндөҙ, ҡайһы бер төрҙәре төндә әүҙем. Йыртҡыс ҡандалалар — бөжәктәрҙең һәм башҡа умыртҡаһыҙҙарҙың һуты менән, үҫемлек менән туҡланыусы ҡандалалар — үҫемлектәрҙең һуты менән, ҡайһы берҙәре ҡатнаш туҡлана; йылы ҡанлы хайуандар һәм кеше (өй ҡандалаһы) паразиттары бар. Йыртҡыс ҡандалалар ҡоротҡос бөжәктәрҙе юҡ итә, башҡа төрҙәре (ҡарағай ҡандалаһы, рапс ҡандалаһы, сөгөлдөр ҡандалаһы һ.б.) — ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары, һыу ҡандалаһы (салҡан, ишкәксе һ.б.) балыҡсылыҡҡа зарар килтерә.[4]:20.
Ярым ҡаты ҡанатлылар (Hemiptera) — бөжәктәр отряды. 50 ғаиләһе, 30 меңдән ашыу төрө билдәле.