dcsimg

Ирлән ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ирлән, алйырҙан рус. Хомяк) лат. Cricetinae)— игенгә һәм баҡса емештәренә зыян килтергән ала төҫтәге, өңдә йәшәй торған кимереүсе йәнлек[1];.

Ҡылыҡһырлама

Кәүҙә оҙонлоғо 5 - 34 см тирәһендә тирбәлә, ҡайһы бер төрҙәрҙең инәләре атаһына ҡарағанда эрерәк. Төҫө: арҡа тирәһе ҡуйы көлһыу, һоро, көрән; ҡорһаҡтары ҡара, аҡ, һоро. Ҡайһыларында арҡаһы буйлап ҡара һыҙат үтә. Ауыҙында моҡсайҙары була.

Йәшәү рәүеше

Ул башлыса ер йәнлеге. Моҡсайҙарына һауа тултырыа йөҙә лә ала. Үҫемлектәр менән туҡлана.Күберәген орлоҡ һәм игендәр менән. Ҡайһы бер төрҙәре бол (запас) йыя. Бик үрсемле. Бала табыу осоро 15-22 көн. Йылына 3-4 тапҡыр балалай.

Классификация

19 төрө билдәле Ҡалып:Книга:Полная иллюстрированная энциклопедия. «Млекопитающие». Кн. 2:

 src=
Эйәләштерелгән ирлән

Иҫкәрмәләр

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Ирлән: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ирлән, алйырҙан рус. Хомяк) лат. Cricetinae)— игенгә һәм баҡса емештәренә зыян килтергән ала төҫтәге, өңдә йәшәй торған кимереүсе йәнлек;.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors