Һыу ҡандалаһы (лат. Gerridae) — ҡандалалар (Heteroptera) аҫ отрядындағы ярым ҡаты ҡанатлы бөжәктәр ғаиләһе. 700-гә яҡын төрө иҫәпләнә.
Һыу өҫтөндә конькиҙағы һымаҡ шыуып йөрөйҙәр. Уларға аяҡ осонда май тамсыһы булышлыҡ итә. Аҙыҡты һыу өҫтөндә эҙләп табалар. Һыу өҫтөнә төшкән бөжәк һәм ҡорттарҙы ашайҙар. Һурырға һәм имергә яраҡлашҡан ауыҙ аппараты бар.
Һыуыҡтар еткәс, һыу өҫтөн ташлап ҡоро ерҙә ағас төптәрендә, мүк араһында ҡышлайҙар.