Һыҙғыраҡ ябалаҡ, ҡолаҡлы ябалаҡ, бесәйбаш ябалаҡ, япалаҡ (рус. обыкновенная сплюшка , лат. Otus scops) - ябалаҡтар ырыуындағы төнгө ҡош.
Сыйырсыҡ ҙурлыҡ. Башында ҡалҡып торған ҡауырһындарҙан ҡолаҡтары бар. Осҡанда киң оҙон ҡанаттары, ҡыҫҡа ғына ҡойроғо күҙгә ташлана. Көндөҙ ағас олонона һыйынып, ботаҡ өҫтөндә ултыра. Аҡ һәм ҡара таптар менән сыбарланған ерәнһыу һоро төҫтә, күҙҙәре һары. Үҙе ҙурлыҡ ябалаҡтарҙан ҡолаҡлы булыуы менән айырыла. Өкө ябалағынан байтаҡ бәләкәй.
Яңғырауыҡлы һыҙғыра: «фйү-тйү-үү».
Урманда йәшәй. Төрлө бөжәктәр, сысҡандар менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ағас ҡыуыштарында,һирәкләп таш ярыҡтарында, өңдәрҙә була. 2—5 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Ҡоротҡос бөжәктәр¬ҙе һәм кимереүселәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
Һыҙғыраҡ ябалаҡ, ҡолаҡлы ябалаҡ, бесәйбаш ябалаҡ, япалаҡ (рус. обыкновенная сплюшка , лат. Otus scops) - ябалаҡтар ырыуындағы төнгө ҡош.