dcsimg

Ҡарабаш өйрәк ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
 src=
Aythya marila

Ҡарабаш өйрәк (Морская чернеть) (лат. Aythya marila) —

һуна өйрәктән бәләкәйерәк. Парла^шып һәм күмәклә¬шеп йәшәйҙәр; Яҡшы сума. Ата өйрәктең башы, муйыны, түше, ҡойроғо ҡара, арҡаһы аҡһыл һоро, кәүҙәһенең аҫ яғы һәм ҡабырғалары аҡ. Көҙгөһөн ата өйрәк, инәһе һы¬маҡ, өҫ яҡтаң һорғолт көрән, ҡорһағы һорғолт аҡ була. Суҡышының төбө аҡ. Ала өйрәктән һоро арҡаһы һәм бүрке булмауы менән айырыла.

Тауышы яңғырауыҡлы, тупаҫ: «ҡарр-ҡарр».

һыу үҫемлектәре һәм бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Беҙҙә яҙғыһын төньяҡҡа үтешләй, ә көҙгөһөн көньяҡҡа үтешләй генә туҡтап китәләр. Беҙҙең яҡта ояламай. Ите әсән аулайҙар.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors