Ҡарабаш килейек (рус. черноголовая славка, лат. Sylvia atricapilla)— турғай һымактар отрядендәге ҡошсоҡ.
Турғай ҙурлыҡ. Ағас ботаҡтарында һәм ҡыуаҡтарҙа һикергеләп йөрөүсе теремек ҡош. Дөйөм төҫө һорғолт көрән. Ата ҡоштоң түбәһе ҡара, инәһенең түбәһе ерәнһыу көрән. Башҡа килейектәрҙән башындағы ҡара табы ме¬нән айырыла.
Тауышы киҫкен генә: «тек-тек». һайрауы яңғырауыҡлы һәм матур һыҙғырыуҙан, сырҡылдауҙан тора.
Япраҡлы һәм аралаш урмандарҙа, ауыл, ҡалалағы ағастарҙа йәшәй. Бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ҡыуаҡта, ҡайһы ваҡыт ағаста оялай. Ҡара-көрән таплы 4—5 бөртөк һорғолт аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
Ҡарабаш килейек (рус. черноголовая славка, лат. Sylvia atricapilla)— турғай һымактар отрядендәге ҡошсоҡ.