dcsimg

Нематодалар ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Йомро селәү, йәки немато́далар (лат. Nematoda, Nematodes) — бер төркөм йомро селәүҙәр, күптәре гельминтоз ауырыуҙарына сәбәпсе; ҡара: гельминтоз[1]; йомро селәүсендәрҙең бер төркөмө[2]. Хәҙерге ваҡытта 24 мең паразит төрө билдәле[3], әммә төрлө иҫәпләүҙәр уларҙың төрө миллиондан артыҡ тип күрһәтә[4].

Нематодалар хайуандар батшалығында, бөжәктәрҙән ҡалышып төр күплелеге буйынса икенсе урында тора. Нематодалар тупраҡта, сөсө һыуҙа, диңгеҙ һыуында тереклек итә, 1 м3 -ҙа уларҙың иҫәбе 1 миллиондан артыа китергә мөмкин. Экосистемала уларҙың әһәмиәте ҙур. Улар үҫемлектәрҙә нематод ауырыуҙарын кеше һәм хайуандарҙа немотодоз аурыуҙарын барлыҡҡа килтерә. Зарарланған үҫемлектәрҙең тамыры боҙола. Һабаҡ нематодалары менән зарарланған үҫемлектең һабағы сатнап яраҡлана, япрағы тишкәләнә. Организмға эләккән паразиттар йоғашло ауырыуҙар тыуҙыра. Кеше организмында паразитлыҡ итеүсе йомро селәүҙәр араһында иң таралғандары: аскаридалар, бабасыр, трихинелла, анкилостома, ришта. Уларҙың күкәйҙәре һыу һәм аҙыҡ менән кеше организмына шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәгәндә килеп эләгә. Уларҙы организмдан сығарыу өсөн көрәш арып барырға кәрәк. Тышҡи тирә-яҡта уларҙы юҡ итеү өсөн медик, социаль-санитар һәм агротехник саралар үткерелә[5].

Әҙәбиәт

  • Нематодалар — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Нематоды // Биологический энциклопедический словарь / Гл. ред. М. С. Гиляров; Редкол.: А. А. Бабаев, Г. Г. Винберг, Г. А. Заварзин и др — 2-е изд., исправл. — М.: Советская энциклопедия, 1986.

Иҫкәрмәләр

  1. Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В.З.Гумеров, 1981)
  2. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)
  3. Hodda, Mike. Phylum Nematoda Cobb 1932 // Zootaxa. — 2011. — Vol. 3148. — P. 63-95.
  4. Lambshead, P. J. D. (1993). «Recent developments in marine benthic biodiversity research». Oceanis 19 (6): 5–24.
  5. Нематодалар — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Нематодалар: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Йомро селәү, йәки немато́далар (лат. Nematoda, Nematodes) — бер төркөм йомро селәүҙәр, күптәре гельминтоз ауырыуҙарына сәбәпсе; ҡара: гельминтоз; йомро селәүсендәрҙең бер төркөмө. Хәҙерге ваҡытта 24 мең паразит төрө билдәле, әммә төрлө иҫәпләүҙәр уларҙың төрө миллиондан артыҡ тип күрһәтә.

Нематодалар хайуандар батшалығында, бөжәктәрҙән ҡалышып төр күплелеге буйынса икенсе урында тора. Нематодалар тупраҡта, сөсө һыуҙа, диңгеҙ һыуында тереклек итә, 1 м3 -ҙа уларҙың иҫәбе 1 миллиондан артыа китергә мөмкин. Экосистемала уларҙың әһәмиәте ҙур. Улар үҫемлектәрҙә нематод ауырыуҙарын кеше һәм хайуандарҙа немотодоз аурыуҙарын барлыҡҡа килтерә. Зарарланған үҫемлектәрҙең тамыры боҙола. Һабаҡ нематодалары менән зарарланған үҫемлектең һабағы сатнап яраҡлана, япрағы тишкәләнә. Организмға эләккән паразиттар йоғашло ауырыуҙар тыуҙыра. Кеше организмында паразитлыҡ итеүсе йомро селәүҙәр араһында иң таралғандары: аскаридалар, бабасыр, трихинелла, анкилостома, ришта. Уларҙың күкәйҙәре һыу һәм аҙыҡ менән кеше организмына шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәгәндә килеп эләгә. Уларҙы организмдан сығарыу өсөн көрәш арып барырға кәрәк. Тышҡи тирә-яҡта уларҙы юҡ итеү өсөн медик, социаль-санитар һәм агротехник саралар үткерелә.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors