Иңкештәр (лат. Bombus) — ысын бал ҡорттары ғаиләһенә ҡараған яры ҡанатлылар заты.
Яҡынса 300 төрө билдәле; Африканан башҡа, бөтә континенттарҙа ла киң таралған. Башҡортостанда 30‑ҙан ашыу төрө бар: баҡса иңкеше, баҫыу иңкеше, ер иңкеше, ҡала иңкеше, өң иңкеше һ.б.
Тәне 3,5 см тиклем оҙонлоҡта, ҡуйы төклө, ҡара, аҡ, сағыу ерән һәм һары һыҙатлы. Инә һәм эшсе заттарҙың (үҫешеп етмәгән инә бөжәктәр) ҡаяуы бар; артҡы сирағы һеркә ташыуға яраҡлашҡан: оҙон ныҡлы төк менән уратылған уйымы бар. Ата заттар (әре ҡорттар) оҙон мыйыҡлы, ҡушылыу ҡыҫҡыстары бар, инә бөжәктәрҙән вағыраҡ, эшсе заттарҙан ҙурыраҡ. Ояны (йомро, төҙөк булмаған овал күҙәнәкле, ҡоро үлән ҡатыш балауыҙҙан эшләнгән) аталанған ҡышлап сыҡҡан инә зат яҙын кимереүселәрҙең буш өңөндә, таш араһында, мүк аҫтында төҙөй. Кәрәҙ күҙәнәгенә 8—16 (оҙонлоғо 2—4, диам. 0,5—1,0 мм) йомортҡа һала. 5—6‑сы көнгә йомортҡаларҙан балағорттар сыға, улар 10—12, ҡурсаҡтар 2 аҙна үҫә. Эшсе заттар май аҙағында—июндә сыға, ата һәм инә заттар — августа. Башҡортостан Республикаһы шарттарында миҙгеленә бер нисә быуын үҫә. Аталанған йәш инә заттар ҡышлай.
Иңкеш көндөҙ әүҙем. Сәскәле үҫемлектәр нектары һәм һеркәһе менән туҡлана. Бөтә ерҙә лә осрай. Иңкеш үҫемлектәрҙе, бигерәк тә клеверҙарҙы һеркәләндерә. Әрмән иңкеше, үҙгәреүсән иңкеш, таңҡа иңкеше Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Эстонияның Хуммули волосы гербындағы иңкеш һүрәте